Ғүмер. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Таң шәфәғе манған алһыу төҫкә
Сикһеҙ күктең сикле бер осон,
Ҡояш нурын ала тәүге булып
Ауылымдың шул яҡ полюсы.
Ҡыҙыл төҫтөң күпме балҡышы бар-
Һәммәһе лә баҙрай усаҡтай...
Һәр бер иртә - бөгөн тыуған сабый -
Өмөт менән алам ҡосаҡҡа.
Шатлыҡ алып килер кеүек тә ул,
Ҡайғыларҙы йыуыр кеүек тә,
Тик - бәндәлек, ғәзиз ғүмер көнө
Үтеп ҡуя ҡыҫыр көйөктә.
Ана-бына тиеп маҡсатланып
Күпме генә икән өлгөрҙөм,
Йүгереп кенә үткән ғүмер юлын
Ҡояш алды, ана, ай күрҙе.
Керпек ҡаҡҡан ғына ара икән -
Сал һаҡаллы инде был көнөм,
Ауылымдың ҡаршы тауҙарынан
Ҡояш батып, нурын бөркөнө.
Кис шәфәғе таңдай алһыу-ҡыҙыл,
Усағында һаман мең сағым,
Хушлашты ла, шунда инеп китте
Көн- сабыйҙы ҡосҡан ҡыҙ сағым.
Таң шәфәғе менән кис шәфәғе
Береһе - уңда, береһе - һул уста.
Икеһе лә берҙәй баҙрап яна,
Тик икеһе - ике полюста...


2013